/ Статьи и исследования/ Фотоһүрәттән тарихҡа сәйәхәт

Фотоһүрәттән тарихҡа сәйәхәт

Баҫыуға Зилә Абзалова әҙерләне.

Белорет тарихи – тыуған яҡты өйрәнеү музейының тәбиғәт һәм этнография  залында башҡорттарҙың XIX  быуатта йәшәү рәүешенә бәйле ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр бар.  Күпселекте бер фотоһүрәт ҡыҙыҡһындыра: уртала  башҡорт ире, ике яҡлап ирҙең яурындарына  ҡулдарын һалып ике йәш ҡатын ултыра.  Музей фондының теркәү журналында ике ҡатынлы ирҙең Белорет районы Абҙаҡ ауылы кешеһе булыуын беләбеҙ. Шуныһы ҡыҙғаныс, ир кешенең һәм ҡатындарҙың исем -шәрирфтәре булыуы яҙылмаған.

Шулай ҙа беҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре – һаҡалдары буйынса “уҡып”, бер ҡатындың – тамъян, икенсеһенең ҡатай  йәки күбәләк ырыуынан булыуы мөмкин тип фаразлай алабыҙ.

Башкирская семья. Муж и его жены. Начало XX в.

Ошо фотоһүрәткә бәйләп, башҡорттарҙа күп ҡатынлылыҡ һәм был  йәшәү рәүешенең нисәнсе йылдарға тиклем  дауам итеүен дәлилләүсе миҫалдар килтереп, музей төркөмөндә хәбәр баҫтыҡ. Был мәғлүмәтте уҡыусылар араһында ике-өс ҡатынлы ғаиләләрҙе  белгән, ишеткәндәр ҙә табылды.

Башҡорттарҙа күп ҡатынлылыҡ булған  хәлдә лә, был йәшәү рәүешенең ниндәй сәбәптәргә бәйле булыуы, уның ыңғай һәм кире яҡтары тураһында тарихи мәғлүмәттәргә таянып яҙырға булдыҡ.

“Бисәһе икәүҙең ҡолағы тынмаҫ…”

Полигамия йәки күп ҡатынлылыҡ тик бай башҡорт ғаиләләренә хас күренеш булған, тигән фараз йәшәй. Ҡайһы бер осраҡта бай кешенең бисәһе балаға ҡалмаған, йә булмаһа сирле булған. Был осраҡта бай тәүге ҡатыны өҫтөнә икенсе ҡатын алырға мәжбүр булған.

Әгәр ҙә матди хәле мөмкинлек бирә һәм йәшәү шарттары яҡшы икән, хәлле башҡорт өс һәм дүрт бисә лә алған. Әммә ғаиләлә ҡатындар араһында мөнәсәбәт төрлөсә булған. Халыҡ телендә: “Аты икәүҙең аяғы тынмаҫ, бисәһе икәүҙең ҡолағы тынмаҫ”, “Бисә өҫтөнә бисә алһаң, береһе ҡарт, береһе йәш булһын” , тигән кеүек әйтемдәр шуға ишара яһай. Шулай уҡ хужаның ҡаты ҡуллы булыуы ла бисәләре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ҙур роль уйнаған. Шуға ла, “сыбыртыҡыһы шыйлағандың, бисәләре йырлап торор” кеүек әйтем дә булған.

Башҡорттарҙа полигамия, йәғни күп ҡатынлылыҡ күренешен күберәк рус тикшеренеүселәре яҙып ҡалдырған. Ә башҡорттар, шулай уҡ бөтә төрки халыҡтар тарихына күҙ һалһаҡ, шуны әйтергә була: күп төрлө һуғыштар, баш күтәреүҙәр, Рәсәй кимәлендәге алыштарҙа ҡатнашыуҙар илдә ир-егеттәрҙең һанын ныҡ кәметкән. Шуға күрә нәҡ ваҡ халыҡтарҙа, шулай уҡ башҡорттарҙа ла, көнкүреште еңеләйтеү, атайһыҙ ҡалған балаларҙы, ирһеҙ ҡатындарҙы йәтим итмәҫ өсөн дә ике йәки өс ҡатын алыу рөхсәт ителгән.

Боронғо заманда ярлы ҡатлам башҡорттар күп ҡатын ала алмаған. Күпселек хәлле муллалар, сауҙа менән шөғөлләнгән бай башҡорттар, старшиналар күп ҡатын ала алған.  Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, шулай уҡ 50-се, 60-сы йылдарҙа төпкөл ауылдарҙа ике ҡатын алыу осраҡтары һаҡланып ҡалған. Был күренеш шулай уҡ  ир-егеттәрҙең һуғышта күпләп һәләк булыуына һәм  ауылда донъя көтөүҙең тик ҡатындар ҡулына ҡалыуына бәйле.

1917 йылға тиклем башҡорттарҙа шулай уҡ “левират никах” – күп ҡатынлылыҡтың  икенсе бер төрө киң таралған булған. Шәриғәт ҡануны буйынса башҡорттарҙа ағаһы үлгән осраҡта  уның ҡатынын ҡәйнеше, ә ҡәйнеше булмаһа, иң яҡын һаналған икенсе туғаны алырға тейеш булған.  Йәғни боронғо ата-бабалар тормош – көнкүреш, ғаилә ҡағиҙәләрен төптән уйлап, тормош ҡанундарынан сығып эшләгән.

Әлбиттә “ливерат” никахтар – ире үлеп ҡалған осраҡта киленде ҡәйнешенә, иренең туғанына биреүҙә  мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Беренсенән, ғаилә киленгә эйәреп килгән ҡалымдан һәм эш ҡулынан мәхрүм ҡалғыһы килмәгән. Икенсенән, ғаилә башлығы үлгәнгә тиклем балалары тыуған булһа, ғаилә балаларҙы сит ҡулға ебәргеһе, йәтим иткеһе килмәгән. Күпселек осраҡта бындай ғаиләлә еңгәһе ҡәйнешенән күпкә оло булған. Йәш айырмаһы 10-15 йәш булған осраҡтар бар.

Ауыл өләсәйҙәре элегерәк ошондай ғаиләләр тураһында ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе һөйләй торғайны. Мәҫәлән, бер ауылда ағаһы үлеп киткәс, 12 йәшлек малайға ике сабый балаһы булған еңгәһен ҡатынлыҡҡа бирәләр. “Бала бала инде, ни эшләйһең. Йәш «ире» көнө буйы урам ҡыҙырып дуҫтары менән уйнай. Кискә табан “ҡарт ҡатыны”ике балаһы менән  урам буйлап “ирен” эҙләп алып ҡайта”.

Левират ғаиләнән айырмалы башҡорттарҙа сорорат ғаилә , йәғни килен үлгән, ауырыған осраҡта , килендең бер туған һеңлеһен, йә булмаһа, килендең иң яҡын ҡәрҙәшен ҡатынлыҡҡа алыу осраҡтары ла йыш булған. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ошондай ғаиләгә ҡағылышлы әйтемдәр ҙә һаҡланған. “Ай батһа , йондоҙ бар, ҡатын үлһә,  балдыҙ бар”.

Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: күп ҡатынлылыҡ ниндәй генә формала булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың һан яғынан артыуын да тәьмин иткән.

 

“Ике ҡатыны ике яурынына килеп һарылды..”

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Роман Алферовтың  Иҙел башы  (Белорет районы) башҡорттарының көнкүреше, йәшәү рәүеше тураһында  яҙмаларынан бер өҙөк килтерәбеҙ: “Яңы Хәсәнгә йәйәүләп барҙым. Ауыл Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Бында беҙ береһенән – береһе йәш ике ҡатынлы бай ғына башҡорт менән әңгәмәләштек.  Хужа эшкә китергә йыйына ине. Беҙ һөйләшеп, хушлашҡан мәлдә  ҡатындары ике яҡлап килеп ирҙең яурынына һарылды.  Шулай итеп мин ғаиләнең татыу йәшәүенә, ике ҡатындың ирҙәренә йылы мөнәсәбәттә

булыуҙарына шаһит  булдым. Хужа киткәс, йәшерәк ҡатыны беҙҙе сәй менән һыйланы. (“История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий)”

Был ваҡиғаның  50-се, 60-сы йылдарҙа булғанлығын иҫәпкә алһаҡ, Совет власы йылдарында “иҫкелек ҡалдығы”  тип һаналған күп ҡатынлылыҡ беҙҙең районда ла йыш осраған.

Нәҡ беҙҙең район ауылдарында күп ҡатынлылыҡҡа бәйле  хәлдәр тураһында экскурсияға килгән кешеләрҙең  хәтирәләрен килтерәйек.

Белорет районының Ғәҙелша ауылында йәшәгән  ғаилә тарихынан:

“Минең ҡарт олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, башына ҡаты яраланған.  Һуғыштан һуң ауылда ир – егеттәр бик аҙ ҡала. Ҡарт өләсәйемдең  биш балаһы була. Күршелә генә йәшәгән өләсәйемдең тиңдәшенең ире һуғышта һәләк булған. Олатайым  уны икенсе ҡатынлыҡҡа ала.  Шулай итеп  күршеләш – өйҙәш булып йәшәй башлайҙар. Ике ҡатындан балалары бик күп була. Ике ҡатындың зарын тыңлап, ыҙғыштарын ишетеү олатайыбыҙға ла еңелдән булмағандыр. Уның араһында бер өйөр балаларҙы ла аҫырарға, кейендерергә, ашатырға, кеше итергә кәрәк булған бит әле..Бәлки ошо аҙымға барып, беҙҙең олатай һәләк булған күршеһенең ғаиләһен күтәрешеп, балаларын йәтим итмәй, дөрөҫ  аҙымға барғандыр, тип  уйлайым хәҙер. Бер ваҡыт әсәйебеҙҙән: “Ә беҙҙең ҡарт өләсәйҙәр дуҫ – татыу йәшәнеләрме икән?”, тип һораным. Әсәйем көлөп ебәрҙе лә: ”Ҡайҙан дуҫ йәшәһендәр инде.. Был бит һуғыштан һуңғы йылдар, бик һирәктәр ике ҡатын менән йәшәгән. Атайыбыҙ күршеһендә ҡалған көндәре  әсәй һыуға китеп барған көндәшен көйәнтәһе менән бәргеләгән саҡтары ла булған. Шулай ҙа балалар атайлы, ҡатындар ҡараулы, йорт эштәрендә ир ҡулы булған инде.”

Бөрйән районының бер ауылында булған бер хәлде элекке уҡытыусы, хәҙер ветеран – уҡытыусы Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙы ошолай хәтерләй :

“60-сы йылдар. Беҙҙең бер туғандарға  ҡунаҡтар килергә тейеш.  Ул заманда ҡунаҡты күрше-тирә ауылдарҙан күпләп саҡыра торғайнылар. Бына бер саҡ йыйылғандар  бик ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға тышҡа атылды. Ололарҙың һөйләшеүенән  аңлауымса, алыҫ ҡына ауылдан ике ҡатынлы хәлле генә кеше килергә тейеш.

Көткән ҡунаҡтар  биҙәлгән, шәп кашауайҙарға егелгән  аттарҙа асыҡ ҡапҡанан елдереп  инеп туҡтаны.  Алдағы кашауайҙа  хужа бер ҡатыны менән ултыра, ә арттағы кашауайҙа  икенсе ҡатыны яңғыҙы йүгән тотҡан.  Ҡыҙыҡһыныусыларҙың үсен ҡандырып, был ағай ҡайтыу яғына йәнәшәһенә яңғыҙ ултырып килгән ҡатынын  ултыртып алды, ә үҙе менән килгәнен артҡы кашауайға урынлаштырҙы. Оҙата сыҡҡан  халыҡ был күренеште хуплап, ҡатындарын тиң ҡараған өсөн хужаны маҡтап тороп ҡалды.  Бала ғына булһам да был күренеш ниндәйҙер серле, әкиәти бер ваҡиға булып хәтеремә һеңеп ҡалған. “

60-сы йылдар башы. Белорет районының Берештамаҡ ауылында  Баһауетдин исемле бер ағайҙың ике ҡатыны булды.  Беҙ  Ғәбдөк ауылынан Берештамаҡтағы туғандарыбыҙға  ҡунаҡҡа килдек һәм ике ҡатынлы бабайҙарҙа ла булдыҡ. Миңә ул саҡта ете йәш кенә булһа ла, өлкәндәрҙең һөйләшеүенән шуны аңланым: урам аша ғына икенсе ҡатыны Зөһрә апай икән. Ә йәшерәге – Зәлифә (исемдәрен бәлки яңылыш иҫләйемдер) оло йортта йәшәй. Бик хәлле генә йәшәгәндер, сөнки   йорт Инйәр урыҫтарыныҡы кеүек бейек, ике бүлмә араһындағы ишек быяланан ине. Икенсе ҡатынының өйө лә ҡупшы, матур ғына.  Был хәл 1965 йылда булғайны, тимәк, һирәкләп булһа ла  ике ҡатын менән йәшәгәндәр булған.

Әхмәр ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәрит Шәйәхмәтов та үҙе белгән бер ғаилә хаҡында һөйләне: “Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп кенә ирҙәр ике, хатта өс ҡатын менән йәшәне. Әхмәрҙән ул ағай бер ҡатын алғайны, һуғыштан ҡайтҡас 25-се станцияға эшкә күсте һәм унда ла ҡатын алды. Ике ҡатынынан да балалары булды һәм ике ғаиләһен дә тигеҙ ҡарарға тырышты. Ул заманда халыҡта, “кем ғәйепле, Гитлер ғәйепле” тигән шаян әйтем йөрөй торғайны”.

Күп осраҡта күп ҡатынлы ирҙәр рәсми рәүештә бер йәки ике ҡатынын да айырған , ә ысынбарлыҡта йәшәү рәүештәрен үҙгәртмәгәндәр. Ҡатындар үҙҙәре үк ирҙәренән айырмауҙарын һорап хөкүмәт органдарына мөрәжәғәт иткәндәр, сөнки балаларҙы  үҫтерергә, көнкүрештә лә ирҙәр ҡулы кәрәк булған.

Шулай ҙа һаҡланып ҡалған тарихи документтарҙан күреүебеҙсә, илдә Совет власы  урынлашҡас, үҙәк урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмалары күп ҡатынлылыҡҡа, бигерәк тә левират һәм сорорат, йәғни ирһеҙ ҡалған ҡатынды үҙенән күпкә йәш ҡәйнешенә, йә яҡын ир туғанына ҡатынлыҡҡа биреүгә ҡаршы сыҡҡандар. Бигерәк тә йәш кенә ҡыҙҙарҙы, хатта үҫмерлек йәшенә етмәгән ҡыҙ балаларҙы икенсе, өсөнсө ҡатынлыҡҡа оло кешегә биреүҙәре ата-әсәләрҙең ярылылыҡтан сығыу сараһы итеп файҙаланыуҙары билдәле. Шуға күрә Советы власы иҫкелек ҡалдыҡтары булып һаналған ошондай шәриғәт ҡанундарына ҡаршы көрәш асҡас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге уны яҡлап ҡаршы алған һәм урындағы шундай кире хәлдәрҙе фаш иткәндәр.

Ошондай хәлгә бәйле, Башҡортостандың Шишмә районында йәшәгән Рауза Мөҙәрисованың хәтирәһен телгә алырға була.

“Беҙҙең күршелә йәшәгән Мәрфәрүәз инәйҙе 9 йәшендә генә 35 йәшлек иргә икенсе ҡатынлыҡҡа бигәндәр. Беҙ уның һөйләгәндәренә ышанмайыраҡ, көлөп тыңлай инек. Сөнки беҙгә ул саҡта 15 -16 йәш булғандыр, ә ул, мине туғыҙ йәшемдә генә мулла булып йөрөгән Зәйнуллаға тоттороп ебәргәндәр. Совет власына рәхмәт, Ленинға рәхмәт, тип әйткәндәренең мәғәнәһенә хәҙер генә төшөнәм.

Шуға рәхмәтлемен, Зәйнулла ысынлап та иманлы кеше булып сыҡты. Мин буй еткергәнсе ҡатын итмәне, оло бисәһе лә миңә балаға ҡараған кеүек яҡшы ҡараны. Атай-әсәйемде лә аңлайым, улар бик ярлы йәшәгән, ә балалары күп, ашарға, кейергә етмәгән. Ә мулла ғаиләһе ул ваҡытта хәлле генә йәшәгәндер, шуға биргәндәр инде. Мин уларҙың балаларын ҡараным, мал ҡараным, хеҙмәтсе лә кәрәк булған инде, тип һөйләгәйне.”

Рус тикрешенеүселәре яҙа

Башҡорттарҙа күп ҡатынлылыҡ шәриғәт ҡануны буйынса рөхсәт ителгән булған. Хәлле башҡорттар дүрт ҡатынға тиклем өйләнә алған.

Күп ҡатынлылар араһында феодал ҡатламға ҡарағандар күберәк әлбиттә. Юҡҡа ғынамы Ф.Энгельс, ”күп ҡатынлылыҡ – байҙар һәм бөйөктәр  өсөн генә”, тип әйтмәгәндер.

Беҙҙең йәмғиәттә башҡорттар араһында күп ҡатынлылыҡ ул ҡәҙәр киң таралмаған булған. Был мәсьәләгә ике төрлө ҡараш йәшәй. Әле 1726 йылда Көнгөр воеводаһы Юхнев хөкүмәт ҡушыуы буйынса 60- лаған башҡорт волосында булып, үҙенең отчетында  былай тип яҙа: “башҡорттар үҙҙәренең ҡануны ҡушҡанса  бер нисә ҡатын алалар һәм шуға ла һан яғынан бик күптәр”.

Ырымбур экспедицияһы начальнигы И.К.Кириллов 1735 йылда хөкүмәткә, “башҡорттар күп ҡатынлылыҡ арҡаһында бик ныҡ үрсей”, тип яҙған.

Ырымбурҙан Рәсәй Фәндәр Академияһының беренсе член- корреспонденты П.И.Рычков та ошо уҡ фекерҙе ҡеүәтләй: “башҡорттар күп ҡатын алып бик ныҡ үрсейҙәр” . XIX быуатта башҡа рус тикшеренеүселәре лә ошонлай уҡ һығымта яһай. Мәҫәлән, Н.Попов былай ти: ”Бик һирәк башҡорт 4 ҡатынлы,шулай ҙа күптәре ике һәм бер ҡатын менән йәшәй”.

Башҡорттарҙың йәшәү – көнкүрешен яҡшы өйреүсе, шағир, революцион түңәрәктең йәшерен етәксеһе Петр Кудряшов (1797-1827) бына нимә тип яҙа: “Мин белгән ғаиләләрҙә ике ҡатынға өйләнгәндәр бик һирәк, сөнки ярылылыҡ ғаилә ҡороуҙы шәриғәт ҡануны буйынса төҙөргә мөмкинлек бирмәй”. Тикшеренеүсе В.М.Черемшанский былай тип өҫтәй: ” бөтә төрки халыҡтар кеүек үк , башҡорттарҙың байыраҡтары ике ҡатын, ярлылары бер ҡатын ала. Йәшәү шарттарына ҡарап башҡорттарҙа полигамияның бик һирәк күренеш булыуын аңлайбыҙ.

Тимәк, күп ҡатынлылыҡ Ислам ҡанунына буйһоноуҙан түгел, ә тормош көтөүҙә, бигерәк тә  күсмә һәм ярым – күсмә тормош  алып барғанда килеп тыуған йәшәү шарттарына бәйле. Бүрәттәр һәм Алыҫ Себер  халыҡтары Ислам динендә түгел, әммә уларҙа ла күп ҡатынлылыҡ булған. Ислам дине иһә әлегәсә йәшәп килгән йәшәйеш тәртибен, йәғни күп ҡатынлылыҡты ҡанунлаштырған ғына».

1816 йылдың VII ревизияһы материалдарына ярашлы,  күп ҡатынлылыҡ башҡорттар йәшәгән бөтә өйәҙҙәрҙә лә күҙәтелә. БР Үҙәк дәүләт архивында тикшергән эштәрҙән шуны күрергә була. 9 өйәҙҙең 231 ауылында  (Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә, Осинск, Өфө, Красноуфимский, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк (Урал аръяғы өлөшө) 8999 ғаилә йәшәгән. Шуларҙың 1126 ғаиләһендә, йәғни 12,5 процентында күп ҡатынлылыҡ күрһәтелә: 1032 (11,4%) ғаилә башлығы ике ҡатын, 86 (0,9%) ғаилә башлығы өс ҡатын менән, ә 8 (0,08%) ғаилә башлығы дүрт ҡатын менән йәшәй.

Ошо һандарҙан сығып, күп ҡатынлылыҡ башҡорттарҙа күп булмаған, тигән фекергә киләбеҙ. Был хәлдең шул осорҙа башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың һан яғынан ирҙәрҙән күпкә аҙ булыуы ла сәбәпсе булып торған. Шулай уҡ башҡорттар араһында бай ҡатлам урта хәлле һәм ярлыларға ҡарағанда күпкә аҙ булыуы ла шундай һөҙөмтәгә килтергән.

Малсылыҡ тармағы үҫешкән Урал аръяғы башҡорттары  араһында 1469 ғаиләнең 310 – да ғаилә башлығы  күп ҡатынлы. Был һан Урал аръяғында йәшәгән бөтә башҡорттарҙың 21,1 процентын тәшкил иткән. XIX быуат уртаһына был күрһәткес 50 процентҡа кәмей.

Ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән башҡорттар араһында 7530 ғаиләнең 816 – нда (10,8 %) күп ҡатынлылыҡ булған. Күреүебеҙсә, күп ҡатынлылыҡ нигеҙҙә ярым күсмә һәм күсмә тормош алып барған башҡорттарҙа күберәк булған.

***

Башҡорттарҙа күп ҡатынлылыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙән күреүебеҙсә, бай ҡатлам башҡорттар аҙсылыҡты тәшкил иткән урында был күренеш бик һирәк булған. Булған осраҡта ла, тормош – көнкүреш талабын иҫәпкә алып, ғаилә хәлен еңеләйтеү, йә иһә балаларҙы уйлап эшләнелгән. Әлбиттә, күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары боҙолған. Ирҙәр ҡатындарын туҡмаған, йәш кенә ҡыҙҙарҙы ҡарт кешегә кейәүгә биргәндәр.

XIX быуат башында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы шәриғәт ҡануны ҡыҫымы аҫтында булған.

Шуға күрә 1917 йылғы Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының артабанғы яҙмышына ҙур йоғонто яһай.

Совет власы закон буйынса бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы граждандары итеүгә өлгәште. Шулай уҡ  әсәлек, бала хоҡуҡтарын закон тарафынан яҡлауға алды.

 

Сығанаҡтар:

( Ә.З.Әсфәндияров, Башҡортостан һәм уға яҡын урынлашҡан ерҙәрҙәге ауылдар тарихы. Өфө. Китап. 2009й.);

50-се, 60-сы йылдарҙа ике ҡатынлы ғаиләләр булыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе Бөрйәндән Мәйсәрә Тимербаеванан, Шишмә районынан Рауза Мөҙәрисованан, Белорет районы Әхмәр ауылынан Фәрит Шәйәхмәтовтан, Белорет районының Ғәбдөк ауылынан Зилә Абзалованан яҙып алынды.

Поделиться: