/ События/ «Национальный костюм - душа народа».

«Национальный костюм – душа народа».

#ДеньНациональногоКостюмаБИКМ#МероприятиеКоДнюНациональногоКостюмаВБИКМ

✅ Белорет тарихи – тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында боронғо рус, башҡорт, мари кейемдәре өлгөләре һаҡлана. Рус һәм башҡорт милли кейемдәре менән музейҙың даими экспозицияларында танышырға мөмкин.

✅ Йыл һайын беҙҙең музейҙа Милли кейем көнө киң билдәләнә. Быйыл рус һәм башҡорт халыҡ милли кейем сараһы айырым, киң күләмле итеп ойошторолдо.
Башҡорт милли кейеме сараһын районыбыҙҙың Әзекәй ауылы фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар тәрән йөкмәткеле итеп биҙәне: оло инәйҙәр әсәйҙаренән изге ҡомартҡы булып ҡалған күлдәктәре, һаҡалдары менән таныштырҙы, миллилекте сағылдырған ҡул эштәрен күрһәтте, боронғо баҡыр тас, кер йыуғыс таҡта, һыҙғырткыс та уйнап, йырланылар.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡаланың 21- се мәктәбенең алдынғы башҡорт теле уҡытыусыһы Астанова Баныу Зарим ҡыҙы 8 “в”, класы уҡыусылары Г.Карачурина һәм Р. Зикрина менән элмәкләп сигеү (“тамбурная вышивка”) өлгөләрен күрһәтеп, тарихын һөйләп, өлгө сығанаҡтарын күрһәттеләр. Баныу Зарим ҡыҙы теләүселәргә элмәкләп сигеүҙең бер нисә төрөн өйрәтте.

Сарабыҙҙың тағы бер ҡунағы – Башҡортостан уҡсылар турнирында еңеүсе Айгөл Ғәлиуллина уҡ-һаҙаҡтарын, кәрәкле ҡорамалдарын килтереп, музей хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡтан атыу буйынса мастер – класс үткәрҙе. Белорет районында киң таралырға өлгөрмәгән был милли спорт төрөнә ҡушылырға теләк белдереүселәр ҙә табылды.

Шулай уҡ музей ҡунаҡтары – ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусылары Әзекәй инәйҙәренең сығышы, боронғо әйберҙәре, шулай уҡ тамбурлы, йәғни элмәкләп сигеү буйынса уҡыусы ҡыҙҙарҙың проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Милли кейем, туған телдән ҡала, һәр бер халыҡтың таянғанған терәүенең береһе бит ул.
Музей директоры Е.А.Миронова сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдереп Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Поделиться: