/ События/ Габдюково

Габдюково

Ғәбдүк ауылының тарихы.

Тарихсы Р.Ғ. Шәйбәков мәғлүмәте буйынса 18-се быуатта был ауылдың исеме Ҡолман, ә һуңынан Сысҡан тип йөрөтөлгән. Чурко М.Ф. үҙенең “Тарихи Тамьян-Ҡатай кантоны очеркында Ғәбдүк Нурай улы Йәүғәсниндең шәжәрәһен төҙөгән. Ул кеше кантондың ярҙамсыһы була, ошо версиянан сығып ауылдың исеме Ғәбдүк булып ҡала.

Яҡынса 1880-1885-се йылдарҙа ошо ауыл эргәһендә француз промышленниктары тимер рудаһы, һоро зализняк сығарғандар. Ауыл халҡы шул рудникта ялланып эшләгәндәр, яңы йорттар төҙөгәндәр, бейек яр башында мәсет төҙөгәндәр.

Революциянан һуң 1918-1919-сы йылдарҙа Блюхер армияһы көнбайыштан, Архангельск яғынан, ә аҡгвардеецтар отряды көнсығыштан килеп осрашып был урында һуғыш була. Шунан һуң ҡыҙылдар отряды Ҡыҙыл таш тауының һул яғында урынлашҡандар, ә аҡгвардеецтар – уң яҡ яр буйында, тигеҙлектә. Был май айында, һыу ташҡан мәлдә булған. Ике яҡ та ауыл халҡын талаған, ҡайһы берәүҙәр генә үҙ хужалығын урманда йәшереп һаҡлап ҡала алған.

Хәҙерге ваҡытта ла ер эшкәрткән мәлдә лә баҡсаларҙа патрондар, гильзалар килеп сыҡҡылай.

1918 – се йылдан совет мәктәбе эшләй башлай. Беренсе уҡытыусыһы булып Абдулла Абдрахманов тәғәйенләнгән. Тәүге мәлдә уҡыу латин графигы буйынса, ә һуңынан заманса уҡытыла.

1930-сы йылда колхоз ойоштороп ҡарайҙар. Булған ерҙәр һөрөлөп, иген, арыш сәселә, ләкин балсыҡлы ерҙә бер нимә лә уңмай. “Смычка” исемле артель барлыҡҡа килә.

Сана, арба, дуға,тәртә эшләйҙәр, ағас ағыҙалар, йүкәнән кәрәк-яраҡ эшләгәндәр, ағас ултыртҡандар, бәрәңге сәскәндәр, шул уҡ ваҡытта һунарсылар бригадаһы барлыҡҡа килгән.

1973-1977-се йылдарҙа тимер юлы төҙөлә. 1982-се йылда ғына ауыл халҡының көсө менән электр уттары үткәрелә.Хөкүмәт был ауылдың көн-күреше менән танышҡандан һуң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль үҙәк төҙөлә, уның эсенә мәктәп, клуб, китапхана һәм медпунк урынлаша.

Поделиться:

Полезные ссылки