/ Населенные пункты/ Азналкино

Азналкино

Аҙналы ауылы. ( риүәйәт).

Аҙналы ауылы 18-се  быуаттың  30-50-се йылдарында башҡорт Ҡатай волосының үҙ ерҙәрендә барлыҡҡа килгән.

Ауылдың исеме беренсе күсеп ултырыусының исеменән алынған.

Пугачев востанияһы ваҡытында, Аҙналы  (Мышы) ауылы халҡы Ҡаҙыштар колеялы тимер юлынан йыраҡ булмаған ерҙә йәшәгәндәр. Был ауылды Пугачев ғәскәренә ярҙам иткәндәре өсөн әбей батша әмере менән был ерҙәрҙән ҡыуып ебәргәндәр. Власть эҙәрләү сәбәпле халыҡтың бер өлөшө Этимгән тауы (хәҙерге ваҡытта ҡайынлыҡ) аҫтында төпләнә. Шулай итеп Ҡаҙыш ауылы барлыҡҡа килә. Ә халыҡтың төп өлөшө алыҫҡараҡ, тау баштарына Мышылар төйәгенә барып, шул ерҙәрҙә төпләнәләр һәм шулай Мышы ауылы барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта ауылдың исеме Аҙналы.

Үкенескә ҡаршы, башҡаса мәғлүмәттәр Аҙналы ауылы тураһында беҙҙең музейҙа юҡ. Аҙналының үткәндәре, хәҙерге тормошо тураһында ошо биттәрҙә бүлешһәгеҙ бик яҡшы булыр ине. Рәхмәт.

Аҙналы ауылының ғорурлығы  арҙаҡлы бейеүсе Риф Фәтих улы Ғәбитов.

Поделиться: