Азикеево!

Әзекәй ауылы тарихы.

Аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса, бынан 240-250 йылдар самаһы элек, хәҙерге Белорет территорияһының Уҡшыҡ һәм Матай йылғалары араһында бер туған Аҙналы, Изекәй, Байым йәшәгәндәр. Көньяҡ Уралда колонизация башланғас, рус сауҙәгәрҙәре тимерлек һалыу өсөн тип Изекәйҙән ер һатып һораған. Ул ваҡытта ер үлсәме булмаған һәм алыш-биреш ваҡытында территорияны үгеҙ тиреһе менән үлсәп һатҡандар.

Твердышев был тирене нәҙек кенә таҫма рәүешендә телдергән дә уларҙың осон бер – береһенә ялғатҡан. Һуңынан ошо ҡайыш таҫма менән ҙур майҙанды уратып алған һәм уны законлаштырылтан. Был ваҡиғанан һуң әзекәйҙәрҙе Күнтәй (күндәй) тип йөрөтә башлайҙар.

Әзекәй ауылын алты араға бүлеп йөрөткәндәр: ҡара һарыҡтар, әлмәштәр, яуымбайҙар, ҡамаштар, өсөйҙөләр, күнәктәр.

1923-1924 йылдарҙа Әзекәйҙең ярлы-ябағалары ер алып, мал тота башлағандар. 1923 йылда бер нисә хужалыҡ берләшә.1930 йылда Әзекәйҙә колхоз ойошторола, «Ҡыҙыл йондоҙ» тип атайҙар.

Беренсе председателе Мөхәррәм Халилов була.Ул ваҡытта был колхоз алдынғылар рәтендә була.

1927-се йылда ауыл Советы ойошторола, 1935 йылда уҡыу өйө булдырыла (изба-читальня), 1928 йылда совет мәктәбе асыла. Мәктәп башта дүрт йыллыҡ була, 1959 йылда һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Мәктәптә Аҙналы, Әхмәр, Ҡарайылға ауылдарынан балалар килеп уҡыйҙар. Килеп уҡыған балалар өсөн интернат та була. Үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡыусылар һаны 250-нән артҡан.

2009- сы йылда мәктәп үҙенең 50 йыллығын байрам итте. Тик ул йылдарҙа балалар һаны әҙ булғанлыҡтан башланғыс мәктәп итеп ҡалдырылды.

Әлеге ваҡытта Әзекәй ауылында башланғыс мәктәп, ауыл хакимиәте, , почта бүлексәһе, фельдшер пункты, библиотека, мәҙәниәт йорто бар.

Әйтергә кәрәк, 2015-се йылда “Мәргүбә” мәсете асылды.

2019-сы йылда ауыл үҙенең 250-йыллыҡ юбилейен билдәләне, ауылда дәртләнеп, матур йорттар һалып йәшәгән йәштәр күп. Балалар һаны ла арта, шулай булғас ауылдың киләсәге бар әле.

Беҙҙе уҡыусылар, әгәр ҙә яңы мәғлүмәттәр, колхоз осорондағы яҙмаларығыҙ булһа, ошо биттәрҙә бүлешегеҙ.

Рәхмәт.

Поделиться: