Ҡалабыҙҙың тарихи бинаһы – 1916 йылда файҙаланыуға тапшырылған һыу һурҙырыу башняһы ике айҙа ике меңгә яҡын кешене ҡабул итте.
Бөгөнгө экскурсияла бынан 25 йыл элек Израилға киткән һәм шунда йәшәгән К.Т. әфәнде булды. Ул ҡыҫҡаса үҙенең тормошо менән таныштырҙы һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Белорет ҡалаһының, ошо башняның тарихына бәйле күп төрлө һорауҙар бирҙе.
– Белоретта үткән бала сағыма, үҫмерлек йылдарыма сәйәхәт ҡылғандай булдым, шул саҡтағы хыялыма ирештем – башняның эсенә инеп, башына менеп, тирә -йүнде фотоға төшөрҙөм, туған ҡалам тураһында күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдым, тип һөйөндө ҡунаҡ. Тик башяның иң осона – балконлы, асыҡ еренә менергә ярамауына ҙур үкенес белдерҙе..Әйтергә кәрәк, был куптәрҙең хыялы булып ҡала әлегә.
Поделиться: