/ Населенные пункты/ Село Абзаково и его знаменитые уроженцы.

Село Абзаково и его знаменитые уроженцы.

Сегодня материалы из рубрики “История сел и деревень Белорецкого района” на башкирском языке. Село Абзаково и его знаменитые уроженцы. Если вам интересна данная тема, лайкните и мы все материалы данной темы будем выкладывать на двух языках.

Хөрмәтле дуҫтар!

Белорет тарих – крайҙы өйрәнеү музейы райондың башҡорт ауылдары һәм шәхестәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Был инфорация беҙҙең музейҙа төрлө кешеләр ярҙамында тупланған материал.
Бөгөн, 7 апрель, ҡыҫҡаса Абҙаҡ ауылы тарихы.
Абҙаҡ көньяҡ Уралдың иң матур ерҙәрендә урынлашҡан. Ауылды Ҡырҡты һырты, Бикембәт, Һалмауыр тауҙары уратып алған. Ҡыҙыл һәм Көлсоғаҙы йылғалары аға.
Абҙаҡ 18 быуаттың икенсе яртыһында Күбәләк волосоның Ноғай юлында үҙ ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Был ауылға нигеҙҙе Абҙаҡ бай һалған.
Күбәләк ауылдары араһында Абҙаҡ иң ҙуры тип һаналған.
Ауыл халҡы бөтә башҡорттар кеүек күсеп йөрөгәндәр. Оҙон ҡыш айҙарын ауылда үткәрһәләр, иртә яҙ етеү менән йәйләүгә күсеп китер булғандар. Төп кәсебе малсылыҡ булған. Игенселек менән дә шөғөлләнеү тиҙ арала алға киткән.
1924- се йылда Абҙаҡ ауылында “Батрак” исемле артель барлыҡҡа килгән. Ул 1929-сы йылға тиклем эшләп килгән. 1929-сы йылда коллективизация осоронда колхоз “Майташ” исеменә үҙгәртелгән. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан “Первомай” исемен йөрөткән, һуғыштан һуң был колхоз тарҡалған.
1946- сы йылда ағас эшкәртеү промартеле барлыҡҡа килгән. Бер нисә йылдан һуң промартель Белорет ағас эшкәртеү комбинатына бирелгән.
1994-се йылда бүлек 6-сы юл – төҙөлөш идаралығының ярҙамсы хужалығына әйләнә.
Бөгөнгө көндә Абҙаҡ тау-саңғы курорты менән бөтөн донъяға күренекле.
Ауыл үҫә, матурая. Ике этажлы мәктәп, заманса амбулатория, балалар баҡсаһы, мәсет, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләп килә.
Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә Абҙаҡ балаларын ҡыуандырып яңы, заманса балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Абҙаҡ бик күп күренекле шәхестәре менән дан тота.
СССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы Роза Аккучукова, шағир Әхмәдин Әфтәхов.

Поделиться: