/ Населенные пункты/ Кузгун-Ахмерово

Кузгун-Ахмерово

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тарихы

Фәрит Шәйәхмәтовтың “Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы китабынан алынды. Мәғлүмәт автор исеменән яҙыла.

Мин үҙем тарихсы ла түгелмен. Шулай ҙа белгән-күргәндәрҙе, бала саҡта ауылдың аҡһаҡалдарынан ишетеп иҫтә ҡалдырғандарҙы һөйләп үтмәксе булам. Аҡһаҡалдарыбыҙҙың һөйләүе буйынса, беҙҙең ата – бабаларыбыҙ хәҙерге Белорет заводы урынында йәшәгәндәр. Йәғни, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйында, иҫ киткес матур туғайҙа, беҙҙең менән Әзекәй-Күнтәй, Ҡаҙыш, Аҙналы-Мышы ауылдары халҡы ла бергә булғандар. Ә инде Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында (хәҙерге “Универмаг”, “Сезам” сауҙа йорттары урынлашҡан урында Абҙаҡ, Байым ауылдары халҡы йәшәгән”, тип белдерҙе ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Ғәббәс Хәмзә улы Хәмзин (1920 йылда тыуған) үҙенең сығышында , “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында.

Был ауылды Ҡатай ауылы тип атағандар. Ҡатай ауылы үҙ сиратында Нуғай даруғаһына (Нугайская дорога) ҡараған. Бынан тыш, ошо ауыл исеме ҙур биләмәгә олоҫ (волость) исеме биргән. Ошо ауыл- Ҡатай волосының баш ауылы булып торған. Быны иҫбатлау өсөн бер тарихи документҡа иғтибар итәйек. Был документ 1733 йылда батша Анна Ивановнаға башҡорттарҙың мөрәжәғәте (челобитная, тип атала). Был документты тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡманов архив документтарынан табып алып, “Ватандаш” журналының 2005 йылда 6-сы һанында баҫтырып сығарған. Мөрәжәғәттең төп нөсхәһе ғәрәп хәрефтәре менән яҙылғанға күрә, батшаға уҡытыр өсөн руссаға тәржемә итеү талап ителә. Уны руссаға “Переводил переводчик Мустафа Турчинов”, тип күрһәтелә. Был мөрәжәғәттә башҡорттар батшанан яҡлау һорайҙар, ерҙәрен тартып алмауҙы, динде ҡыҫмауҙы, төрлө йәберләүҙәрҙән ҡурсалауҙы үтенәләр.

Был мөрәжәғәткә башҡорттарҙың 4 дәрүғаһының 22 олоҫонан 38 кешенең ҡултамғаһы ҡуйылған. Шул иҫәптән “Нагайской дороги деревни Китай Жанбек Оскавылов тамгу свою приложил” тип билдәләнә. Профессор Ирек Аҡманов үҙенең иҫкәрмәһендә “Деревня Китай- имеется в виду Катайская волость” тип аңлата. Бына ошо Ҡатай ауылында йәшәгән Ҡоҙғон- ҡатайҙары ырыуына ҡараған беҙҙең ете быуын ата-бабалары.

Ҡатай ауылы Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярын биләй. Уң яҡ яры буйлап ултырғандар Ҡатай волосына, һул яҡ яры буйлап ултырғандар “ут” күрше булған Күбәләк волосына ҡараған.

Поделиться: