Ассы

Ассы ауылы

Ассы ауылы 1775-1776-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ауыл Инйәр йылғаһының уң яғында урынлашҡан. Шулай уҡ ауыл эргәһенән Юрмаш һәм Тоҙ йылғалары аға.

Ауыл башҡорт Ҡатай волосы Ноғай юлдарының үҙ ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, урман ҡырҡыу эше менән шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ 1890-1895-се йылда эш башлаған Инйәр суйын иретеү заводында ла эшләйҙәр. Күмер һүндерәләр,Ҡушйылға руднигынан руда ташыйҙар, Инйәр йылғаһынан суйын ағыҙалар.

Ассы ауылы һәм уларға яҡын урынлашҡан территорияларҙа минераль сығанаҡтар барлығы асыҡлана. Шунлыҡтан 2001-се йылда Ассы шифаханаһы асыла. Бөгөнгө көндә ул бөтә донъяға билдәле.

Ауылдың ғорурлығы – СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков. 1994-се йылда Арыҫлан Мөбәрәковҡа музей асыла, ә 1997-се йылда халыҡ артисына Ассы ауылында бюст ҡуйыла.

Поделиться: